03.12.2011 Ауыл етәкселәре менән – ауыл үҫеше хаҡында
БР Президенты Рөстәм Хәмитов Тәтешле районы үҙәгендә ошо һәм Асҡын, Балтас, Борай, ҡалтасы, Краснокама, Яңауыл райондарының ауыл берәмектәре башлыҡтары менән осрашты.
Был республика башлығының әлеге өлкәгә ҡараған етәкселәр менән тәүгә осрашыуы түгел, киреһенсә, ул быйылға нәҡ төньяҡ төбәктә тамамланды.
– Осрашыуҙар яҡшы булды. Һәр ауыл биләмәһе етәксеһе менән таныштым. Барыһы ла бөтәһен дә аңлай, – тип белдерҙе Президент. – Власть системаһына үҙгәрештәр индерергә кәрәклеген дә, ресурстар менән байытырға тейешлекте лә. Һеҙгә киңерәк вәкәләттәр бирергә, матди яҡтан тәьмин итергә, һаҡларға кәрәк. Ни өсөн тигәндә, ауыл берәмектәрен контролләүсе ойошмалар бик күп.
Кешеләр рерурстарҙың ғәҙел бүленеүен, властың уларға иғтибарын теләй. Бының менән шөғөлләнәбеҙ ҙә, әммә хәл-торошто бер-ике йылда, өс, биш йылда үҙгәртеүе ауыр. Беҙ республика кимәлендә ябай кешеләрҙең проблемаларын хәл итә башларға тейешбеҙ. ҡалала был коммуналь хужалыҡ, транспорт, ихаталарҙы төҙөкләндереү булһа, ауылда – газ, һыу үткәреү, урамдарҙы яҡтыртыу, эш урындары булдырыу.
Рөстәм Хәмитов был тәңгәлдә ауылда иң тәү сиратта төҙөкләндереү мәсьәләһен ҡарауға баҫым яһаны. Бындай программаға йылына 1,5 – 2 миллиард һум аҡса бүленергә тейеш. ФАП-тарҙы ремонтлау, балалар баҡсалары төҙөү, мәктәптәр һәм, әлбиттә, глобаль проблема булған эш урындары – киләсәктә былар барыһы ла көнүҙәк бурыс буласаҡ. Ошоға 2012 йылда бойомға ашырыла башлаясаҡ «500 ферма» программаһы ла инә. Биш-алты йылда фермалар, төҙөкләндерелеп, тергеҙелергә, йә яңылары төҙөлөргә тейеш.