«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Иң төп мәсьәлә - торлаҡ



03.12.2011 Иң төп мәсьәлә - торлаҡ

Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә республика башлығының эштәр идарасыһы Андрей Трухан халыҡты ҡабул итте. Был юлы мөрәжәғәт итеүсе 16 кешенең унауһында торлаҡ тураһында проблема ине. Әлегеләй ҡабул итеүҙәргә, башлыса, инвалидтар килә. Улар, сиратһыҙ торлаҡҡа хоҡуҡлы булһа ла, йә законды белмәй, йә башҡа билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында оҙаҡ йылдар көтөргә мәжбүр.
Мәҫәлән, Мәләүездән инвалид бала тәрбиәләгән пенсионер, балалар йортонда үҫкән йәш кеше, үтә ҡыҫынҡы фатирҙа өс балаһы менән йәшәүсе медицина хеҙмәткәре – барыһын да бер проблема борсой: торлаҡ, торлаҡ һәм тағы ла торлаҡ.
Әйткәндәй, күп һорауҙар буйынса грамоталы юридик консультация ла талап ителә. Президент Хакимиәтендә был тәңгәлдә лә тиҙ арала булышлыҡ итеүҙе ҡарайҙар.
Шуны иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ошоноң кеүек ҡабул итеүҙәр айына ике тапҡыр уҙғарыла. Халыҡты Хакимиәттең вазифалы етәкселәре генә түгел, тәжрибәле юристар ҙа тыңлай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға