«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Яңы йыл байрамын 206 мең шыршы биҙәйәсәк



06.12.2011 Яңы йыл байрамын 206 мең шыршы биҙәйәсәк

Яңы йыл байрамын 206 мең шыршы биҙәйәсәк
Башҡортостанда Яңы йылды ҡаршыларға әҙерлек башланды. Урман хужалығы министрлығы бойороғона ярашлы, республикала Яңы йылға барлығы 206 мең шыршы әҙерләнәсәк. Уларҙы Белорет, Туймазы, Йылайыр урмандарынан ҡырҡыу планлаштырыла.
Министрлыҡҡа ҡараған дәүләт унитар предприятиеларынан һатып алған осраҡта ике метрға тиклемге шыршылар 150 – 200 һумға төшәсәк. Әлеге ваҡытта Яңы йыл шыршыларын һатыу урындары билдәләнгән. Шул уҡ ваҡытта урман хужалыҡтарында йәш ҡарағайҙарҙы законһыҙ ҡырҡыуға ҡаршы саралар ҙа күрелә. Дәүләт урман контроле инспекторҙары хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә урмандарҙа ғына түгел, юлдарҙа ла тикшереү алып бара. Республикала 31 пост булдырылған. Законһыҙ рәүештә ҡарағай, пихта һәм шыршы ҡырҡыусылар административ һәм енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Граждандар өсөн штрафтың күләме 3,5 мең һум, яуаплы кешеләр өсөн – 20 – 30 мең һум, ә юридик шәхестәр өсөн 50 мең һумдан 100 мең һумға тиклем тәшкил итә.
С. АМАНТАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға