29.11.2011 Тейешле урында ғына туҡта!
Өфөлә 300 мең водитель иҫәпләнә. Әммә, баш ҡалала туҡтау урындары етешмәү сәбәпле, улар «тимер ат»тарын ҡайҙа етте, шунда: юл ситенә, туҡталыштар янына, тротуарға ҡуйырға мәжбүр.
Шундай тәртип боҙоусыларға иҫкәрмәләр яһау өсөн Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы «Парком» тигән прибор һатып алған. Яңы ҡорамалдың хаҡы − 250 мең һум. Ул автоинспекторҙың машинаһына ҡуйыла һәм туҡтарға ярамаған урында тороусы машиналарҙың номерҙарын теркәп бара. Һуңынан ҡағиҙә боҙоусыларға почта аша штраф протоколдары ебәрелә.
БР ЮХХДИ-һы етәксеһе Динар Ғилметдиновтың әйтеүенсә, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген һаҡлау маҡсатында баш ҡала юлдарына тағы ла 40 юл камераһы ҡуйыласаҡ, киләһе йылда йәйәүлеләр өсөн өс ер аҫты юлы төҙөләсәк.