26.11.2011 Нефтекамалар Президент менән аралашты
Төбәк башлығының республика ҡалалары буйлап сәфәре дауам итә. Был юлы ул Нефтекама халҡы менән осрашты.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, бындай осрашыуҙар ике яҡҡа ла бик кәрәк, сөнки йәмғиәттә уға бирер һорауҙар, күпмелер дәрәжәлә власть менән ҡәнәғәтһеҙлек бар. Бына шуға ла Президент властағыларҙың халыҡ менән бергә һәм берлектә эшләүенә, Башҡортостандың һәр яҡлап үҫешенә өлгәшергә теләй. Был йәһәттән уның пландары билдәләнгән: шуларҙың береһе – яңы эш урындары булдырыу. Ә был иһә яңы предприятиелар төҙөүҙе, төҙөлөш өсөн аҡса табыуҙы талап итә. Республиканың 120 миллиард һум тәшкил иткән консолидацияланған бюджеты быға етмәй. Республика ысынлап үҫешһен тиһәк, йыллыҡ бюджет, һис юғында, 150 миллиард һум тәшкил итергә тейеш.
Уның һүҙҙәренсә, 2012 йылда беҙҙә бер нисә ҙур производство һәм ауыл хужалығы, ағас эшкәртеү, химия сәнәғәте өлкәләрендә яҡынса 15 уртаса производство барлыҡҡа киләсәк. Республика башлығы һүҙҙәренсә, уның төп бурысы – кешеләр өсөн эшләү, уларҙың ышанысын аҡлау.