«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Президент ауыл хеҙмәтсәндәренең мөрәжәғәтен кире ҡаҡманы



26.11.2011 Президент ауыл хеҙмәтсәндәренең мөрәжәғәтен кире ҡаҡманы

24 ноябрҙә Рөстәм Хәмитов Мораҡ ауылында Күгәрсен һәм күрше райондарҙың граждандарын ҡабул итте.
Президентҡа ауыл берәмеге депутаты «Мораҡ – Побоище» автоюлының хәл-торошо тураһында борсолоп һөйләне. Был юл Мораҙым тарлауығына илтә һәм йәйен, автомашиналар хәрәкәте көсәйеүе арҡаһында, «Көньяҡ» микрорайонында йәшәүселәр туҙан йотоп йәшәй. Депутат әлеге юл участкаһын асфальтлау мәсьә­ләһен күтәрҙе. Республика башлығы район хакимиәте башлығы Фәрит Мусинға был мәсьәләне киләһе йыл хәл итергә ҡушты.
«Йылылыҡ селтәре» муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренең Мораҡ ауылының йылылыҡ селтәрен һәм биологик таҙартыу ҡоролмаларына («Йәш­тәр» микрорайонына канализация селтәрен төҙөү менән) реконструкция үткәреү кәрәклеге тураһында мөрәжәғәт итеүенә бәйле, Рөстәм Зәки улы БР Хөкүмәтенә ике йыл эсендә был объекттарға ремонт эшләүҙе һәм тейешле төҙөлөш эшен финанслау мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.
Мәләүез районының Ергән ауылынан пенсионер ҡатын өс урамға һыу үткәреүҙә, урамдарҙы яҡтыртыуҙа, Ергән трассаһы буйлап йәшелләндереү, урамдарға контейнерҙар ҡуйыу мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам һорауына ҡағылышлы Президент тейешле талаптар ҡуйҙы.
Мәләүез ҡалаһынан 9-сы башҡорт гимназияһы хеҙмәткәре республика башлығынан Вокзал урамындағы бер йортҡа реконструкция эшен тамамлауҙа ярҙам итеүен үтенде. Был мөрәжәғәт тә Президенттың иғтибарынан ситтә ҡалманы.
Көйөргәҙе районынан бер йүнсел Горный Ключ, Яманһары, Яманғол, Яңауыл ауылдарына газ үткәргестәре төҙөлөүе, кешеләр­ҙең үткәргестәрҙе өйҙәренә һуҙыуы, һөҙөмтәлә утын менән яғыла торған мейестәрен боҙоп ташлауы хаҡында һөйләне. Әммә ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөү мәсьәләһе һаман хәл ителмәгән. Төбәк башлығы вице-премьер Сергей Афонинға һәм «Газ-сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Николай Крюковҡа әлеге мәсьәләне тикшереп, газ үткәреү эшен аҙағына тиклем алып барып еткерергә ҡушты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға