22.11.2011 Анискин, милләтең кем?
РФ Эске эштәр министрлығы участка уполномоченныйҙарын милләтенә ҡарап һайлап аласаҡ.
Был полицияның диаспоралар менән эшен яҡшыртыу маҡсатында эшләнә. Участка инспекторы үҙе аралашасаҡ халыҡтың телен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен яҡшы белергә тейеш. Төрлө милләт вәкилдәренән торған хоҡуҡ һәм тәртип һаҡсылары, үҙҙәренең милләттәштәре йәшәгән урынға эшкә тәғәйенләнер алдынан махсус әҙерлек үтәсәк. Уларҙың бурысы – яҡташтары менән уртаҡ тел табыу.
Эске эштәр министрлығында, яңы методика хәлде төптән аңларға ярҙам итер, милли һәм дини-ара низағтарҙы булдырмаҫҡа мөмкинлек бирер, тип иҫәпләйҙәр. Сөнки илебеҙҙә этник енәйәттәр һаны йылдан-йыл артыуға табан бара. Өс йыл элек һәр өсөнсө енәйәтте элекке союздаш илдәр вәкилдәре ҡылһа, хәҙер һәр дүртенсе енәйәттә улар ғәйепле. Өҫтәүенә, тажик-үзбәктәр элек урлашыу менән шөғөлләнһә, хәҙер улар үтә ауыр енәйәттәргә бара.