22.11.2011 Башҡорт бауырһағы Рәсәйҙең Рекордтар китабына индерелде
Өфөнөң 63-сө профучилищеһы уҡыусылары әҙерләгән ауырлығы буйынса (63,2 кг) айырылып торған был тәмлекәс 1 октябрҙә йыл һайын БР Мәғариф министрлығы тарафынан башланғыс профессиональ белем биреү учреждениелары араһында үткәрелеп килгән республика ауыл хужалығы продукцияһы һәм халыҡ ҡулланылышы тауарҙары конкурсында «Бауырһаҡ» номинацияһында еңгән булған.
− Был татлыҡайҙы әҙерләр алдынан училище уҡыусылары бер нисә көн буйы Өфө районында йәшәгән 70 йәшлек Нәзирә апайҙан мастер-класс алды, − ти министрлыҡтың баш белгес-эксперты Айгөл Яппарова. − Өлкән йәштәге оҫта хужабикә үҫмерҙәр менән бауырһаҡ бешереү серҙәре менән уртаҡлашты. Нәзирә апай әйтеүенсә, бауырһаҡ бешереү өсөн шуныһы мөһим: бөтә ғәмәлдәр ҙә ҡул менән башҡарыла.
Р. МӘХИЙӘНОВА.