08.11.2011 «Йәштәр әүҙем, уларҙың һайлауҙа ҡатнашасағына ышанабыҙ», –
ти һайлау комиссиялары вәкилдәре
Был көндәрҙә бөтә Рәсәй буйынса РФ Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауға әҙерлек эштәре бара. Ил кимәлендәге саранан инде нисәмә йыл һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашып килгән өлкән йәштәгеләр быйыл да ситтә ҡалмаясаҡ, әлбиттә. Ә бына йәштәр әлеге сәйәси ваҡиғаны, ысынлап та, әһәмиәтле тип һанаймы икән? «Бөгөнгө йәштәрҙе киләсәкте билдәләйәсәк хәл-күренештәргә битараф тип һис кенә лә әйтә алмаҫ инем. Улар − әүҙем, тиҙ ҡыҙыҡһыныусан, аҙ ғына иғтибарҙы һәм үҙҙәренең фекерен тыңлаусыларҙы тойоп ҡына баралар. Һәр хәлдә, беҙҙең биләмәләге һайлау йәшендәге егет һәм ҡыҙҙарҙың 4 декабрҙә участкаларға килеп, тауыш биреренә ышанысыбыҙ ҙур», − ти Өфөнөң Ленин районы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Айрат Сөләймәнов. Тап йәштәр, буласаҡ һайлаусылар менән эшләү − уларҙың өҫтөнлөклө бурыстарының береһе. Әңгәмә лә ошо йүнәлештә башланып китте.
− Тиҙҙән үтәсәк һайлауға һеҙҙең комиссия ла аныҡ пландар менән киләлер бит. Был юҫыҡта йәштәргә ниндәйерәк мәғлүмәттәр бирҙегеҙ?
– Йәштәрҙе беҙ мотлаҡ һайлау процесына йәлеп итергә тейешбеҙ, был бәхәсһеҙ. Унан килеп, тауыш биреүҙә ҡатнашыуҙан тыш, бәлки, егет һәм ҡыҙҙар һайлауҙарҙы ойоштороу, әҙерлек, үткәреү эшендә лә, йәғни комиссиялар составында ла булып, ошо йүнәлешкә ылығып китер. Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөн комиссияларҙың төп ағзалары сама менән 50 йәшлектәр. Шуға ла үҫеп килгән быуын менән әүҙем эшләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ та.
Сараларға килгәндә, яҙын, мәҫәлән, «Мин − Рәсәй гражданы» тигән викторина ойошторҙоҡ. Унда Ленин районының 1-се, 4, 10, 24, 25, 35, 46, 128-се мәктәптәре, 2-се башҡорт лицейы командалары бик теләп ҡатнашты, хатта баһалама ағзалары балаларҙың һайлау хоҡуҡтарын яҡшы белеүенә бер аҙ аптырап та ҡуйҙы. Ә иҫтәлекле бүләктәр, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырғанда уҡыусыларҙың ҡыуанысын күрһәгеҙ! Ысынлап та, бөгөн балаларға иғтибар биреп, уларҙы йәлеп итергә генә кәрәк − йүгереп киләсәктәр.
− Әйткәндәй, мәктәптәрҙә махсус мәғлүмәт стендтарығыҙ ҙа барҙыр әле?
− Мәктәптә генә түгел, мәҙәниәт учреждениеларында ла, йәштәр клубтары кеүек урындарҙа ла «Йәш һайлаусы мөйөшө» булдырырға тырышабыҙ. Бында йыш ҡына балаларҙың эштәре лә (һүрәттәр, фото, шиғырҙар һ.б.) урын ала. Партияларҙың, йәмәғәт ойошмаларының, урындағы власть органдарының эшмәкәрлеген дә күрһәтәбеҙ.
− Йәш һайлаусы штабы ултырыштары, Һайлаусы көнө тураһында ишеткәнебеҙ бар. Был сараларҙың һөҙөмтәһе нисегерәк һуң?
− Бер ай элек район күләмендә үрҙә әйтелгән штабтың киңәйтелгән ултырышы булғайны. Шунда ҡатнашҡан йәштәр үҙҙәренең һайлауға әһәмиәтле сара итеп ҡарауҙарын ышаныс менән белдерҙе. Бер нисә көндән Йәш һайлаусы көнө лә уҙасаҡ. Был инде һәр ошондай ваҡиға алдынан ойошторола һәм күптән йолаға әүерелгән.
Беҙҙең районда йәшәүсе 3057 йәш кеше декабрҙә тәүгә тауыш биреүҙә ҡатнашасаҡ. Йәш һайлаусы көнөндә уларҙы ла көтөп ҡалабыҙ. ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, мауыҡтырғыс һорауҙар, уйындар әҙерләнде. Минеңсә, байтаҡ егет һәм ҡыҙҙы ҡыҙыҡһындырыуға өлгәштек.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА
әңгәмәләште.
Әйткәндәй
Республика Үҙәк һайлау комиссияһы менән берлектә гәзитебеҙ үткәргән викторинаға (һорауҙар «Йәшлек»тең 79-сы, 81-се, 83-сө һәм 85-се һандарында сыҡты) яуаптар ҡабул ителә. Әүҙемерәк булығыҙ, йәштәр!