08.11.2011 Бюджетты һәр беребеҙ иҫәпләй ала
Белеүегеҙсә, бер нисә ай элек Бөтә Рәсәй Халыҡ фронты барлыҡҡа килеп, уның тарафынан «Халыҡ бюджеты» проекты иғлан ителгәйне. Әле республикала ошо юҫыҡта алып барылған эштәрҙең тәүге һөҙөмтәһе яһалды.
«Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы ҡанаты аҫтында бойомға ашырылған «Халыҡ бюджеты»ның асылы шунда: бюджетты формалаштырыуҙа һәм уның үтәлешен контролләүҙе тәьмин итеүҙә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Быға йәмәғәт тыңлауҙары ойоштороу арҡаһында ирешелде.
БР Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зиннуров белдереүенсә, әлеге проект паспорты буйынса киләһе йылда бюджеттан 400 миллион һум аҡса бүлеү күҙалланған. Ошо иҫәпкә төрлө тармаҡтар буйынса йәмәғәт тыңлауҙарында ҡабул ителгән тәҡдимдәргә 200 миллион һум аҡса йүнәлтеү ҙә инә. ҡалған суммаға туҡталғанда, 100 миллион һум аҡса муниципаль проекттар конкурсында лауреат булған муниципаль берәмектәргә һәм ауыл йыйындарында күрһәтелгән проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн бүленә. Конкурсҡа 150 проект тәҡдим ителгән, уның 32-һе ыңғай баһаланған.
Бынан тыш, йәмәғәт экспертизаһы комиссияһы халыҡ йыйындарында тағы ла 20 проектты хуплаған. Уның һөҙөмтәләре буйынса, мәҫәлән, Әбйәлил, Әлшәй райондарында, Благовещенда – һыу үткәргес, Хәйбуллала − күпер, Илештә − юл, Салауат районында спорт объекты төҙөү ҡаралған, Учалы, Дыуан, Федоровка райондарында балалар баҡсаһы, мәктәпте төҙөкләндереү ҙә ошо иҫәптә.
Барлыҡ был проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн 2012 − 2014 йылдарҙа 4675,9 миллион һум аҡса талап ителә. «Халыҡ бюджеты» һөҙөмтәләренә ҡарата үҙ фекерен республикабыҙҙың финанс министры Рузалия Хисмәтуллина ла еткерҙе.
«Халыҡ бюджеты» проекты һайлауҙар осоронда ғына түгел, ә артабан да ғәмәлдә булһа ине, тигән теләк тә яңғыраны, сөнки шул юҫыҡта эш алып барыу халыҡты ҡыҙыҡһындырған.
Ошо проект буйынса иң һуңғы һөҙөмтәләр ноябрь урталарында баш ҡалабыҙҙың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үткән киңәйтелгән сарала билдәле буласаҡ.
А. ЗИННУРОВА.