«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » һәр кем үҙ һорауына яуап алды



08.11.2011 һәр кем үҙ һорауына яуап алды

һәр кем үҙ һорауына яуап алдыТиҙҙән мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә бөтә уңайлыҡтары булған ятаҡ төҙөләсәк. Бөгөнгө көндә был мәсьәлә ыңғай хәл ителде, тип белдерҙе БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина «Ижтимағи электрон гәзит» (www.i-gazeta.com) сайтында онлайн режимда үткән конференцияла.
Зөһрә Йыһанур ҡыҙына мәғариф системаһына, мәҙәниәт, спорт һәм башҡа өлкәләргә ҡараған 40-лап һорау бирелде. Тәүге һорау, мәҫәлән, башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү тирәләй барған реформаларға ҡағылды. Балалар баҡсаларына сират тураһында бөгөн көн үҙәгендә торған һорау ҙа бирелмәй ҡалманы. Шулай уҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, кинематография үҫеше, хатта 30 − 35 йәшлектәр өсөн ял урындары хаҡында ла һүҙ күтәрелде. ҡыҫҡаһы, халыҡтың, ниндәй генә юл менән булмаһын, власть вәкилдәренә бирерҙәй һорауы етерлек. Иң мөһиме, уға ҡолаҡ һалһындар ҙа, хәл итһендәр.
Ошо уҡ гәзит сайтында виртуаль донъяла осрашыуҙың тулы отчеты ла ҡуйылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға