«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



08.11.2011 Донъя яңылыҡтары

Европаны һыу баҫа
Донъя яңылыҡтарыРәсәйҙә ҡар яуа башлаһа, Европала һуңғы аҙнала көслө ҡойма ямғырҙар булды.
Тәбиғәт­ тағы ла кеше­ләрҙән көслөрәк икәнен иҫбатларға тырыша, күрәһең.
Италия ямғырҙан бик ныҡ зыян күрҙе. ҡасабалар, бик күп ер, мөһим юлдар һыу аҫтында ҡалған. Генуя ҡалаһында алты сәғәт эсендә йыллыҡ яуым-төшөмдөң өстән бер өлөшө яуған. Турин ҡалаһындағы По йылғаһы ташҡан. Ә ямғыр, ғәрәсәт, көслө ел туҡтамай. Ике аҙна эсендә Италияла 20 кеше һәләк булған. Венеция һаман да һыу аҫтында. Стихия унда ла ҡоторона.
Францияла көслө һыу ағымы юлдарҙы йыуып алып киткән, ағас­тарҙы ауҙарған, халыҡты утһыҙ ҡалдырған. Йорттарҙың подвалын, беренсе ҡатын тулыһынса һыу баҫҡан. Меңдәрсә кеше йәшәгән еренән күсерелгән. Ил буйынса тревога иғлан ителгән. Рокебрюн-сюр-Аржан ҡалаһының ҡотҡарыу хеҙмәте начальнигы Кристоф Паскини әйтеүенсә, өс сәғәт эсендә 1,5 метр яуым-төшөм булған.
Испанияла оҙаҡҡа һуҙылған ямғыр арҡаһында йылғалар ярҙарынан сыҡҡан. ҡайһы бер район­дар­ҙа ҡар яуа. Бөтә ил биләмәһендә тиерлек ғәҙәттән тыш хәл индерелгән. Транспорт хәрәкәте туҡтатылған.

Ергә ҙур астероид яҡынлаша

Астронавтар иҫәпләүенсә, бөгөн планетабыҙ янынан 2005 YU55 астероиды үтә.
Ул ни бары 300 000 саҡрым алыҫлыҡта ғына. Был ай менән Ер араһынан да яҡыныраҡ. Космик сәйәхәтсе яҡынса 250 метр ҙурлыҡта.

Фажиғәле каникул

Уҡыусылар каникул мәлендә йыш ҡына ҡарауһыҙ ҡала.
Шул сәбәпле, фажиғәгә лә тарый­ҙар. ҡаҙан ҡалаһында 10 йәшлек өс малай күл өҫтөндә уйнап йөрөгәндә, йоҡа боҙ ҡапыл ярыла. Күл уртаһында булған балалар шундуҡ һыу аҫтына китә. Үтеп барған ир, уларҙы күреп ҡалып, бер малайҙы ҡотҡарып өлгөрә. Әле ул реанимацияла. Ә ике бала батҡан. Полиция, ғәйеп бында тик ололар­ҙа, ти.

“Донъя һылыуҡайы – 2011” – Венесуэла һылыуы

Лондонда 61-се тапҡыр үткән “Донъя һылыуҡайы” конкурсында 21 йәшлек Ивиан Лунасоль Саркос Кольме­нарес еңеүсе булған.
ҡыҙ, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, телевидениела ярайһы уҡ карьера эш­ләп өлгөргән.
Был конкурс­та 122 ҡыҙ ҡатнаш­ҡан. Улар биш төрлө традицион бәйгелә (иң яҡшы модель, ижади номер, спорт ярышы, купальникта сығыш, «Матурлыҡ – изге эш өсөн» хәйриә проектын тәҡдим итеү) көс һынашҡан. Иң һуңғы – милли бейеүҙәр конкурсынан һуң финалсылар асыҡланған. Был исемлеккә Көньяҡ Корея, Венесуэла, Англия, Шотландия, Пуэрто-Рико һәм Филиппин, Көньяҡ Африка илдәре ҡыҙҙары ингән.

Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға