08.11.2011 Өфөлә бәпестәр арта!
Ә үлем осраҡтары 4,8 процентҡа кәмегән
Баш ҡалала өсөнсө йыл тыуым арта. Өфө − Рәсәйҙә бәпестәр һаны артҡан берҙән-бер «миллионлы» ҡала.
− 2008 йылдан алып Өфөлә ун мең халыҡҡа 3-тән 21 кешегә тиклем тәбиғи артым күҙәтелде, − ти «Роспотребнадзор«ҙың БР буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Нәсимә Күсемова.
Шул уҡ ваҡытта һуңғы дүрт йыл эсендә үлеүселәр һаны 4,8 процентҡа кәмегән. Белгестәр әйтеүенсә, халыҡтың һаулығына, тимәк, демографияға экологик хәл-торош, аҙыҡ-түлек сифаты, медицина хеҙмәтләндереүе туранан-тура йоғонто яһай.
− Даими рәүештә ҡаланың һауаһы, һыуы, тупрағы, шулай уҡ аҙыҡ-түлектең сифаты тикшерелеп тора, − тип хәбәр иттеләр Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. – Баш ҡалабыҙҙа һөнәри ауырыуҙар кимәле, республикаға ҡарағанда, кәмегән. Белем биреү учреждениеларында уҡыусыларҙың йәше һәм буйына ҡарап мебель, синыф таҡтаһы һайлау буйынса саралар үткәрелгәс, балаларҙың һаулығында төрлө тайпылыштар һирәгәйгән. Был сираттағы медицина тикшереүендә асыҡ сағылды.
Г. ЯХИНА.