«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Һайлаусылар исемлегендә үҙеңде тап»



29.10.2011 «Һайлаусылар исемлегендә үҙеңде тап»

РФ Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау көнө яҡынлашҡан һайын уға әҙерлек, үткәреү мәсьәләләре ҡыҙыу төҫ ала.
1993 йылдан һуң тәүге тапҡыр һайлауға барлыҡ сәйәси партиялар ҙа индерелгән. Бер нисә көн элек кенә Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы һуңғы партияларҙың – «Яблоко» менән «Рәсәй патриоттары»ның кандидаттары исемлеген теркәне. Шулай итеп, һайлауҙа ете партия – «Берҙәм Рәсәй» (599 кандидат), КПРФ (594), ЛДПР (312), «Ғәҙел Рәсәй» (585), «Яблоко» (363), «Рәсәй патриоттары» (302), «Правое дело» (301) – ҡатнаша.
Матбуғатта һәм телеканалдарҙа агитация 5 ноябрҙә башланып, 3 декабргәсә дауам итә.
Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы үҙенең сайтында махсус сервис аса. Ул «Үҙеңде һайлаусылар исемлегендә тап. Үҙеңдең һайлау участкаһын тап» тип атала. Бында ингән һайлау хоҡуғына эйә кеше, әгәр үҙ фамилияһын тапмаһа, йәшәгән урыны буйынса мөрәжәғәт итеп, ниңә исемлектә булмауын асыҡлай ала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға