29.10.2011 Өс һөйләм менән
Өфөнөң 46-сы поликлиникаһы базаһында шәкәр диабетынан яфаланған пациенттар өсөн Республика белем биреү үҙәге асылды. Ул фармацевтика компанияларының береһе ҡатнашлығында ҡала хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығы тарафынан ойошторолдо. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, әлеге ваҡытта, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперттары баһалауы буйынса, Рәсәйҙә 8 миллион самаһы кеше шәкәр диабетынан яфаланһа, беҙҙә икенсе типтағы шәкәр диабеты менән ауырыған 75 меңдән ашыу пациент теркәлгән, шуларҙың 650-һе – балалар.
Тын юлдары ауырыуҙары буйынса XXI милли конгресс тәүге тапҡыр Өфөлә үтте – уны асыуҙа Президент Р. Хәмитов ҡатнашты. Конгресс тын юлдары ауырыуҙарын диагностикалау, дауалау, реабилитациялау буйынса квалификация күтәреү өсөн республиканың дауалау эше буйынса баш табиптарын, табип-терапевтарҙы, дөйөм практика табиптарын, педиатрҙарҙы, фтизиатрҙарҙы, нур ауырыуҙары һәм функциональ диагностика буйынса белгестәрҙе йыйҙы. Уның барышында табиптар өсөн мәктәптәр, лекциялар, симпозиумдар һәм клиник обходтар ойошторолдо.
Баҡыла II төрки телле илдәр медиа-форумы башланды. Сарала ҡатнашыусылар киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлегенең төрлө аспекттарын, бөгөнгө заманда уларҙың урынын һәм ролен тикшерҙе, төрки телле илдәрҙең берҙәм мәғлүмәт киңлеген булдырыу мәсьәләһе буйынса фекер алышты. Рәсәй Федерацияһы делегацияһы составында Башҡортостан исеменән медиа-форумда Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Шамил Тикеев һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире урынбаҫары Алик Шакиров сығыш яһаны.
Өфө сәнғәт училищеһының икенсе курс студенттары Альберт Шафиҡов менән Юнир Әхмәтйәнов Францияла үткән халыҡ-ара баянсылар конкурсында еңеп, алтын һәм көмөш миҙалдарға лайыҡ булған. Егеттәр − Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Евгений Супрундың уҡыусылары. Һуңғы биш йылда улар был музыкаль конкурста бер нисә тапҡыр призлы урын алған.
Быйыл Башҡортостан таможняһы хеҙмәткәрҙәре наркотиктар контрабандаһына бәйле 45 енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Тыйылған матдәләр, башлыса, героин, ҡытайҙан килтерелә. Халыҡ-ара аэропортта кинологик хеҙмәт дүрт тапҡыр Һиндостандан килтерелгән наркотикты республикаға индерергә маташыуҙарын асыҡлаған.
Р. МӘХИЙӘНОВА әҙерләне.
\