«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Халыҡ менән асыҡ, намыҫлы эшләргә кәрәк»



25.10.2011 «Халыҡ менән асыҡ, намыҫлы эшләргә кәрәк»

БР Президенты Рөстәм Хәмитов кисә республикабыҙҙағы Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активы менән осрашып, РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙар алдынан был ойошманың эшмәкәрлеген әүҙемләштереү юлдарын, уның «Берҙәм Рәсәй» партияһы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеген тикшерҙе. «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк сәйәси советы спикеры, республика парламенты секретары Константин Толкачев уға, партия кандидаттарының төбәк исемлегенең башында тороусы булараҡ, Дәүләт Думаһы депутатлығына кандидат танытмаһын тапшырҙы.
БР Президенты, республикалағы бөгөнгө хәл-торошто анализлап, һайлау алдынан йәмғиәттә турбулент процестары барыуы тәбиғи күренеш, тип билдәләне һәм, фекерҙәр төрлөлөгө булырға тейеш, тик ғәмәлдәге закондар сиктәрендә законлылыҡты һаҡлау һәм законлы эшмәкәрлек алып барыу мөһим, тип өҫтәне.
Уның фекеренсә, был шарт әлегә республикала һаҡлана. Башҡортостан халҡы һайлауҙарҙы тыныс үткәреү яҡлы. Сөнки ул координаттарҙың консерватив системаһына өйрәнгән, һәм сама белгән консерватизм йәмғиәткә тотороҡлоҡ, хәлдәрҙе алдан күрә белеүҙе тәьмин итә.
Республика башлығы халыҡ менән асыҡ итеп, намыҫлы эшләү кәрәклегенә баҫым яһаны.
− Миңә ҡабартылған һөҙөмтәләр кәрәкмәй, − тине ул. − Беҙгә кешеләргә төрлө ялған революцион, конфликтлы юлдың йәмғиәт өсөн һәр ваҡыт отошһоҙ булыуын аңлатырға кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға