«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Осрашыуҙар дауам итә



25.10.2011 Осрашыуҙар дауам итә

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта һәм Мәсетле райо­нында «Берҙәм Рәсәй» партияһы халыҡ менән осрашты.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәмәғәт эшмәкәрҙәре, депутаттар «Нур» шифаханаһында булып, дауалау процедуралары менән танышты. Бында делегацияны айырыуса церебраль фалиж диагнозлы балаларға тәғәйенләнгән махсус кейем ҡыҙыҡһындырҙы. Уның ярҙамында сирлеләр атларға, мөхиткә яраҡлашырға өйрәнә. Бағыусылар, әлеге костюмдар тағы ла күберәк булыр, тип вәғәҙә итте. ҡаланың башҡа дауалау учреждениелары ла иғтибарһыҙ ҡалманы − уларға медицина ҡорамалдары һатып алырға сертификаттар тапшырылды.
Партияның төбәк сәйәси советы секретары Константин Толкачев халыҡты ҡабул итте. Төрлө өлкәгә ҡағылышлы бирелгән һорауҙар араһында тәне бешкән хәрби хеҙмәткәрҙең әсәһенең үтенесе иғтибарға лайыҡ. Әсә улын дауалауға тиҙ арала 100 мең һум аҡса кәрәклеге хаҡында еткерҙе. Был мәсьәлә һуңғараҡ политсоветтың киңәйтелгән ултырышында телгә алынып, урында уҡ кәрәкле сумма йыйылды, «Берҙәм Рәсәй»ҙең Стәрлетамаҡтағы бүлексәһе артабан да егеттең дауаланыуын күҙәтеүгә аласаҡ.
Партия ағзалары был көндө йәш эшҡыуарҙар, ветерандар менән осрашты, икмәк комбинаты, технопарк эше менән танышты, бер нисә мәктәптә спорт майҙансыҡтарын асыуҙа ла ҡатнашты.
Мәсетле районындағы партия көнө лә балалар һәм спорт майҙансыҡтарын ҡарауҙан башланды. Делегаттар Оло Ыҡтамаҡ лицейында асыҡ дәрестәрҙә лә булды, Башҡортостанда иғлан ителгән Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған республика телевизион фестиваль-марафоны ҡатнашыусыларын да тәбрикләне. Был төбәктә партия ҙур абруйға эйә. Осрашыуҙарҙа халыҡ «Берҙәм Рәсәй»ҙең социаль-иҡтисади үҫешкә йүнәлтелгән проекттарының ярайһы һиҙелерлек һөҙөмтәләре лә булыуын билдәләне.

Әйткәндәй

«Берҙәм Рәсәй»ҙең Йәш гвардияһы» БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә социаль объекттарҙа тикшереүҙәр үткәрҙе. Был сара йәмәғәтселектең мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр проблемаһына иғтибар итеүенә йүнәлтелгәйне. Һүҙ теге йәки был учреждениела пандустар булыу-булмауы хаҡында. Әлеге махсус ҡулайлама инвалидтарға дарыу­хана, йорттар һәм магазиндарға инеүҙе еңелләштерә. Тик һәр ерҙә лә улар юҡ, йә булһа ла, талаптарға яуап бирерлек итеп эшләнмәгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға