«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Халыҡтыҡы!



25.10.2011 Халыҡтыҡы!

Халыҡтыҡы!
Һөйөнөслө хәбәр. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Салауат Юлаев исемендәге дәү­ләт премияһы лауреаты, Баш­ҡор­тостан Яҙыусылар союзы идараһы рә­йесе урынбаҫары ҡәҙим Аралбаевҡа «Баш­ҡортостан Республикаһының ха­лыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Ил, тел, халыҡ тип янып йәшәгән ша­ғир, йә­мәғәт эш­мәкәре был ба­һаға бик тә лайыҡ. ҡә­ҙим Әб­делғәлим улы, ки­ләсәктә лә тос, мәғәнәле ижа­ды­ғыҙ ме­нән милләтебеҙҙе алға әй­ҙәп, һөйөндөрөп то­­роғоҙ!
Яҙыусы-ғалим, Бөйөк Ватан һу­ғышы ветераны Суфиян Повари­сов­ҡа иһә «Башҡортостан Респуб­ли­ка­һының ха­лыҡ яҙыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Күренекле башҡорт драматургы Наил Ғәйетбаев та оло ҡыуаныс кисерә: Рәсәй Президенты Указы менән ул «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән исемгә лайыҡ булды. Яҙыу­сыларыбыҙҙы оло баһалары менән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ!
Халыҡ шағиры ҡәҙим Аралбай хаҡындағы мәҡәләне 4-се биттә уҡыр­һығыҙ.
Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға