«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Иң мөһиме – орлоҡ



15.10.2011 Иң мөһиме – орлоҡ

Башҡортостандың күпселек ауыл хужалығы предприятиелары буласаҡ сәсеү кампанияһына орлоҡ әҙерләү эштәрен тамамланы. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте биргән мәғлүмәттәр буйынса, 41 район хеҙмәтсәндәре орлоҡто планға ярашлы әҙерләп бөткән.
Республикала иген культураларының запасы 283 мең тонна тәшкил итә. Ошо культураларҙың страховкалау фондына әле – 33 мең тонна, ә ужымға 76 мең тонна иген һалынған.
Былтырғы ҡоролоҡ ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәрен айырыуса иғтибарлы булырға һәм запас тупларға өйрәтте. Запас туплауға быйылғы уңыш яҡшы булыуы ла ярҙам итә. Шуға ла республиканың орлоҡ фондына икенсе йылға кәрәк булғандан да артығыраҡ уңышты һалып ҡуйҙылар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға