«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Республиканың иҡтисади үҫеше өсөн етди инвесторҙар кәрәк



15.10.2011 Республиканың иҡтисади үҫеше өсөн етди инвесторҙар кәрәк

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Благовещенда ауыл биләмәләре етәкселәре менән осрашты. Унда биш район – Благовещен, Нуриман, Бөрө, Кушнаренко һәм Мишкә вәкилдәре ҡатнашты.
– Минең өсөн ошондай осра­шыу­ҙар үткәреү бик мөһим. Сөнки һеҙ урындағы халыҡтың проблемаларын яҡшыраҡ аңлайһығыҙ. Беҙҙә эшсән, аҡыллы, белемле халыҡ йәшәй. Шуға ҡарамаҫтан, тормош алға бара һәм үҙгәрештәр талап итә. Халыҡ та унан ситтә ҡала алмай. Төбәктә артабан үҫешеү өсөн барыһы ла бар.
Республика Президенты Башҡортостандың уңайлы урында урынлашыуын, тәбиғи ресурстарға бай булыуын билдәләп үтте.
– Совет заманында бында оло сәнәғәт предприятиелары төҙөлгән. Бөгөн иһә республика 300 млрд һумға яҡын һалым йыя, субсидия һәм субвенцияларҙы иҫәпкә алғанда, шуларҙың яртыһы төбәктә ҡала. Әммә артабан да алға барыу өсөн ул ғына етмәй, заманса производсто кәрәк. Ә уның өсөн етди инвесторҙар талап ителә. Бының өсөн яҡшы шарттар тыуҙырыу кәрәк.
Президент йыл дауамында ошо йүнәлештә башҡарылған эштәргә туҡталды, яҡын арала республикала тормошҡа ашырыласаҡ проекттар менән таныштырҙы. Атап әйткәндә, Благовещенда технопарк төҙөү планлаштырыла. Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең уңыштарын юғары баһаланы. Быйыл 3 млн тонна иген йыйып алынған. Республика башлығы киләсәктә лә ауыл хужалығы тармағына иғтибарҙың көслө буласағына баҫым яһаны. Сөнки аҙыҡ-түлек һәм уны етештереү кешелектең иҡтисади үҫешенең төп нигеҙен тәшкил итә.
Президент инвестициялар күләменең артыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды. Быйыл ул, мәҫәлән, 160 млрд һум тәшкил иткән. Былтырғыға ҡарағанда 20 млрд һумға күберәк. Президент әйтеүенсә, инвесторҙарҙың республикаға ышанысы арта, 2012 йылда был күрһәткес тағы ла юғарыраҡ булырға тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға