«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Татлыны кем яратмаҫ?!



15.10.2011 Татлыны кем яратмаҫ?!

Һуңғы рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан хужалыҡтары 447 мең 612 тонна шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алған. Әле татлы тамырҙы ҡаҙыу эштәре әүҙем бара. Көндәрҙең аҙна буйына тиерлек аяҙ тороуы ауыл хужалығындағы көҙгө эштәрҙе еренә еткереп ҡуйырға булышлыҡ итте. Әммә ял көндәрендә тағы ла ямғыр көтөлөүе генә бер аҙ бәкәлгә һуға.
Әле шәкәр сөгөлдөрө үҫтерелгән майҙандарҙың 30 проценттан ашыуында эш тамамланған. Шәкәр сөгөлдөрөн үҫтереү иҡтисади яҡтан бик килемле шөғөл иҫәпләнә. Шуға ла был культураны 26 районда әүҙем үҫтерәләр. Быйыл республика буйынса гектарҙан уртаса уңыш – 247 центнер. Шәкәр сөгөлдөрө яратҡан иң шәп баҫыуҙар ҡырмыҫҡалы районына тура килә, унда бер гектарҙан 290 центнер уңыш алалар. Шишмәләр менән благоварҙар ҙа татлы тамырҙы уңышлы үҫтереү буйынса лидер булып тора. Ә бына был техник культураны йыйып алыу буйынса иң шәп эшләүселәр – Бишбүләк районы уңғандары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға