15.10.2011 Республика халҡын бәләлә яңғыҙ ҡалдырмайҙар
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса, Төркиәнең Кемер ҡалаһы янында юл-транспорт фажиғәһендә зыян күреүсе республика кешеһе Ираида Плыноваға ярҙам күрһәтелде.
Билдәле булыуынса, 1 октябрҙә Төркиәлә ике автобус ҡатнашлығында ҙур юл-транспорт фажиғәһе булғайны. Унда Башҡортостандан 63 йәшлек Ираида Плынова ла була. Фажиғәлә ҡатындың ҡабырға һөйәктәре һынып, ул ауыр хәлдә Анталия дауаханаһына килтерелә. Фажиғәнән һуң Ираида Плынованың тормош иптәше, ярҙам һорап, Төркиәләге Башҡортостан Республикаһы вәкиллегенә мөрәжәғәт итә. Тәүҙә ҡатынды, медицина күрһәткесе буйынса, урынынан күсерергә ҡушмайҙар. Табиптар рөхсәт иткәс тә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Анталияға табиптар менән самолет ебәреү тураһында ҡарар ҡабул итә. Самолетты осороуға, ауырыуҙы транспортировкалауға бәйле бөтә сығымдарҙы республика үҙ өҫтөнә ала. 11 октябрҙә ҡатынды Мәскәүгә А. Вишневский исемендәге хирургия институтына күсерәләр. Әле ул шунда дауалау курсы үтә.