«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Хәүефһеҙлек һағында – яңы структура



18.10.2011 Хәүефһеҙлек һағында – яңы структура

Өфө ҡалаһында йәмәғәт хәүеф­һеҙлегенең муниципаль үҙәге барлыҡҡа киләсәк.
Эске эштәр министрлығының баш ҡала буйынса идаралығы тәҡдиме менән ҡала советы депутаттары шундай ҡарар ҡабул итте. Был яңы структура әлегә Рәсәйҙә башҡа бер ерҙә лә юҡ. 285 хеҙмәткәрҙән торған ҡала хәүефһеҙлек хеҙмәте йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа өҫтәмә сара булып торасаҡ һәм полиция менән тығыҙ бәйләнештә эшләйәсәк. Уларға униформа һәм транспорт бүленәсәк, әммә ҡорал йөрөтөү хоҡуғы бирелмәйәсәк.
Яңы структура коллективын эске эштәр органдарындағы реформаға бәйле ҡыҫҡартыуға эләккән милиционерҙар иҫәбенә форма­лаш­тырыр­ға уйлайҙар. Үҙәк үҙенең эшен 2012 йылда башлаясаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға