«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Йортҡа халыҡ үҙе хужа булырға тейеш



18.10.2011 Йортҡа халыҡ үҙе хужа булырға тейеш

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө ҡалаһының күп ҡатлы йорттар советтары рәйестәре менән осрашты. Һөй­ләшеү йорт комитеттары төҙөү мәсьәләһенә арналды. Билдәле булыуынса, комитет шул йортта йәшәүсе кешеләрҙән төҙөлә һәм улар тәртип урынлаштырыу маҡсатында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы хәлгә йоғонто яһау вәкәләттәренә эйә булырға тейеш.
Республика башлығы һөйләшеүҙә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләренә арналған видеокәңәшмә үткәреүен телгә алып үтте.
– Беҙҙә лә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшмәкәрлегенә ҡарата дәғүәләр күп. Миңә килгән һәр икенсе хат ТКХ тураһында. Әммә власть, ниндәй генә яҡшы булмаһын, әгәр ҙә кешеләр үҙҙәре тәр­тип урынлаштырыу тураһында уйламай икән, бер нәмә лә эшләй алмаясаҡ. Ниндәй генә матур һәм яҡшы йорттар төҙөлмәһен, ярты йылдан уларҙы емерә лә башлайҙар. Шуға күрә кешеләр үҙҙәре контролдә тотоу мөмкинлегенә эйә булһын ине. Уларға таянмайынса мәсьәләне хәл итә алмаясаҡбыҙ, – тине ул.
Республика етәкселеге инициативаһы менән РФ Торлаҡ кодексына депутаттар индергән төҙәтмәләр һөҙөмтәһендә халыҡтың бындай мөмкинлеге һәм хоҡуҡтары барлыҡҡа килде. Хәҙер улар идара итеүсе компанияларҙың, ТСЖ-ларҙың эшен үҙҙәре контролдә тота ала. Бының өсөн күп ҡатлы йорттарҙың советтары, икенсе төрлө әйткәндә, йорт комитеттары булдырыла. Башҡортостанда бындай советтар эшләй башланы. Әлеге ваҡытта республикала бөтәһе 16,5 мең күп ҡатлы йорт иҫәпләнә. Проект тормошҡа ашырыла башлаған ғына ваҡытта шуларҙың 3800-өндә комитеттар булдырылған. Президент йыл аҙағына тиклем уларҙың иҫәбен 5 – 7 меңгә еткереү бурысын ҡуйҙы. Яҡын арала республикала уларҙың рәйестәрен уҡытыуҙы ойоштороу планлаштырыла. Алты сәғәткә иҫәпләнгән курсты Өфө ҡалаһында бер ай эсендә тамамлау күҙаллана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға