«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Партияның төп иғтибарында – балалар



18.10.2011 Партияның төп иғтибарында – балалар

Республикала «Берҙәм Рәсәй» партияһы көндәре дауам итә. Сираттағы саралар Шишмә райо­нында үтеп, унда БР Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты.
Көн тәртибендә район үҙәгенең 1-се мәктәбендә осрашыу, капиталь ремонттан һуң яңынан асыл­ған 100 балаға иҫәпләнгән «Ма­лыш» балалар баҡсаһына, социаль яҡлау бүлегенә барыу ҡаралғайны. Әйткәндәй, һуңғы туҡталышта бүләк рәүешендә социаль туризм буйынса йүнәлтмәләр ҙә тапшырылды.
Райондың «Йәш гвардия»һы ағзаларын да онотманылар − бындағы егеттәр һәм ҡыҙҙар ойошманың Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Константин Канунников менән осрашып, көн үҙәгендә торған проблемалар хаҡында һөйләшеү мөмкинлегенә эйә булды.
Партия көндәре үткән төбәктә төрлө хеҙмәт коллективтары ме­нән дә осрашыуҙар уҙа. Шишмәлә район дауаханаһы табиптары менән аралашыу ҙа үҙ һөҙөмтәләрен бирер. Бынан тыш, фирҡә ағзалары ҡасабаның никах теркәү һарайында, «Шишмә» йәмғиәтендә лә булды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға