«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Киләсәгеңде бөгөн уйла



18.10.2011 Киләсәгеңде бөгөн уйла

Киләсәгеңде бөгөн уйла
Октябрҙә пенсияны финансларға ярҙам итеүсе дәүләт программаһы эшләй башлауына өс йыл тулды. Бөгөнгә унда Башҡор­тос­тандың 162 мең халҡы иҫәптә тора. Быйыл 48 135 кеше ошо программаға ҡушылған, шуларҙың 25 меңе дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы (http://www.gosuslugi.ru/) аша ғариза яҙған. Пенсияны финанс­лар­ға ярҙам итеүсе дәүләт программаһында республиканың 64 страховкалау ойошмаһы ҡатнаша. Улар һәр эшсенең шәхси иҫәбенә өҫтәмә аҡса күсерә.
Пенсия фондының Башҡор­тос­тан Республи­ка­һы буйынса бү­лек­сәһе идарасыһы Фоат Хан­тимеров әйтеүенсә, өс йыл эсендә ошо программала ҡатнашыусылар­ҙың шәхси иҫәбенә 280 миллион һум күсерелгән. Уларҙың 73 процентының аҡсаһы − эш биреү­селәр­ҙеке, ә ҡалған өлөшө – кредит ойошмаларыныҡы.
Әлеге программа барлыҡҡа килгәндең тәүге йылында уның ҡатнашыусылары буласаҡ пенсияһы иҫәбенә 90 миллион һумдан ашыу сумманы күсерһә, былтыр ул күрһәткес 116 миллион һум, ә ағымдағы йылдың тәүге туғыҙ айында 72 миллион һум тешкил иткән. Тимәк, халыҡтың программаға ышанысы арта.
Әгәр ҙә программала ҡатнашыу­сы бер календарь йыл эсендә пенсияһының тупланма өлөшөнә үҙ теләге менән 2000 һум һәм унан да күберәк аҡса күсерһә, дәүләт, был сумманы ике тапҡырға арттырып, шәхси пенсия иҫәбенә ҡуша, тик 12 000 һумға тиклем генә. 2012 йылда дәүләт финанслауын алыу өсөн мотлаҡ ошо йылдың аҙағына тиклем иғәнә индереп өлгөрөргә кәрәк.
Был программала 14 йәштән өлкән, мотлаҡ пенсия страховкалау системаһында теркәлгән һәр Рәсәй гражданы ҡатнаша ала. Уның өсөн РФ Пенсия фондының урындағы идаралығына, йә трансфер-агентлыҡтарға (банкылар, «Рәсәй почтаһы») мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шулай уҡ интернет-портал аша ла ғариза яҙырға мөмкин.

РФ Пенсия фондының
БР буйынса бүлексәһенең
матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға