«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Илебеҙҙең «Алтын көҙ»ө



11.10.2011 Илебеҙҙең «Алтын көҙ»ө

Мәскәүҙә Рәсәйҙең иң ҙур аграр форумы − «Алтын көҙ» күргәҙмәһе эшләй.
Ул илебеҙҙә 13-сө тапҡыр ойошторола. Күргәҙмәгә сит илдән килеп ҡатнашыусылар ҙа бар. Быйыл унда донъяның 32 иле вәкилдәре үҙҙәренең тауарын тәҡдим итә. Сара иҡтисадтың төп тармағы булған ауыл хужалығының кимәлен күрһәтеү менән әһәмиәтле һәм ул йылдан-йыл ҡатнашыу­сыларҙы күберәк йыя.
Илдең иң ҙур аграр форумы ун көн дауам итәсәк. Ул 6 октярҙә асылғайны. Быйыл күргәҙмәлә иң яҡшы малсылыҡ фермаларын һәм иң шәп шәхси хужалыҡтарҙы ла билдәләйәсәктәр.
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың экспозициялары 148 квадрат метр майҙанға урынлаштырылған. Мәскәү халҡы һәм ҡунаҡтары беҙҙең балды, колбаса һәм ит ризыҡтарын, минераль һыу­ҙарҙы, алкоголле эсемлектәрҙе, икмәкте ауыҙ итеп ҡарай ала.
Әле республика хужалыҡтары 16 миҙал яулап өлгөргән. Уларҙың икәүһе − алтын, туғыҙы − көмөш. Аҙыҡ-түлектең тәмен, сифатын билдәләүсе комиссия беҙҙең ит продукцияһын, туңдырманы, ҡош итенән әҙерләнгән изделиеларҙы юғары баһалаған. Миҙалдар һаны артабан да артыр, тигән ныҡлы ышаныс бар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға