«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



11.10.2011 Өс һөйләм менән

Башҡортостан Президенты бер төркөм хеҙмәт алдынғыһына Рәсәй Федерацияһы наградаларын тапшырҙы. Ил кимәлендәге маҡтаулы исемдәргә 11 кеше лайыҡ булды. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн бүләкләнеүселәр араһында «Һәләк булыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалын алыусылар ҙа бар.

Республикабыҙға рәсми сәфәр менән килеүсе БДБ илдәре журналистары БР Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Ул журналистарға Башҡортостан һәм башҡа республикалар, илдәр араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барылыуы тураһында һөйләне. Киләсәктә БДБ илдәре менән бәйләнештәр тағы ла үҫешәсәк.

12 − 14 октябрҙә Өфөлә «Урал­экология. Сәнәғәт хәүеф­һеҙлеге − 2011» махсуслаштырылған күргәҙмәһе үтәсәк. Уның маҡсаты − тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә иң яҡшы фәнни- технологик ҡаҙаныштарҙы күр­һәтеү, заманса технологияларҙы ғәмәлгә индереү. Экологик форумда «ҡотҡа­рырға һәм һаҡларға» халыҡ-ара экологик акцияһына ла йомғаҡ яһаласаҡ.

27 октябрҙә Башҡорт дәүләт университетында билдәле ға-лим-төркиәтсе, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата «Профессор Жәлил Кейекбаев һәм уның Урал-Алтай һәм төрки филологияһы үҫешенә индергән өлөшө» тип аталған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үтәсәк. Сара сиктәрендә билдәле башҡорт телсеһе һәм педагогы З. Шакировтың тыуыуына 130 йыл тулыуға ҡарата симпозиум да уҙғарыла. Конференцияға сит илдәрҙән һәм төрлө республикаларҙан төрки телдәрҙе өйрәнеүсе ғалимдарҙың килеүе көтөлә.

Ял көндәрендә дүрт бәшмәксе юғалған. Йыл башынан ғына авария-ҡотҡарыу хеҙмәт­кәр­ҙәренә 30 мәртәбә урманда хәбәрһеҙ юғалыусыларҙы эҙләргә сығырға тура килгән. Урманда юғалыуҙар күберәк көҙ айҙарына тура килә.

Өфө ҡала мэрияһы баш ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарға бушлай юл йөрөү көнө бүләк итә. Бөгөн, йәғни Республика көнөн билдәләгәндә, бөтә троллейбус һәм трамвайҙарҙа бушлай йөрөргә мөмкин. Бынан тыш, ҡала транспортының йөрөү ваҡыты 24 сәғәткә тиклем оҙайтыла.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға