«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ижадсыға баһаны халыҡ бирә



08.10.2011 Ижадсыға баһаны халыҡ бирә

Кисә республикабыҙҙың Мәҙә­ниәт министрлығында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина бер төркөм танылған сәнғәт хеҙмәткәренә юғары дәүләт наградалары тапшыр­ҙы.
Башҡортостан мәҙәниәте − республикабыҙҙың визит карточкаһы. ҡайһы бер тармаҡтарҙа беҙ яңы ғына донъя кимәленә сыға башлаһаҡ, мәҙәниәт күптән уға артылды инде. Зөһрә Рәхмәтуллина төбәктә бай милли йолаларҙың үҫешеүен билдәләп үтте.
Юғары баһа алыусылар араһында популяр йырсы Айҙар Ғәлимовтың булыуы ла шатлыҡлы. Нисәмә йыл, тамашасы һөйөүен яулап, сәхнәгә тоғро ҡалған йырсыға «Башҡор­тостандың халыҡ артисы» исеме бирелде. Ошо көндәрҙә генә ул Иглин районының Урман ҡасабаһындағы янғындан зыян күреүселәргә ярҙамға хәйриә концерты ла ойошторған.
− Артабан да йырлаясаҡмын, − тип ниәттәре менән уртаҡлашты Айҙар Ғәлимов.
Уның тамашасылары быға бер тамсы ла шикләнмәй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға