«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



08.10.2011 Өс һөйләм менән

Өфөлә Башҡортостан Рес­пуб­ликаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының эксперттар төркөмө, республиканың ойошмалары һәм предприятиелары, профилле министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре АҡШ-тың Екатеринбургтағы Генераль консулы Майкл Рейнерт етәкселегендәге Америка ҡушма Штаттары делегацияһы менән осрашты. Сит ил делегацияһы Башҡортостанға эшлекле һөйләшеүҙәр һәм консультациялар үткәреү өсөн килгән. Ике яҡ та машина эшләү, нефть эшкәртеү, ҡорамалдар етештереү, энергия һаҡлау, металлургия, химия, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеген тикшерҙе.

Республиканың урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында Башҡортостан Президенты стипендиаттарын тәбрикләйҙәр. Уҡыу йорттарында тантаналар 10 октябргә тиклем дауам итәсәк. Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2011 – 2012 уҡыу йылында юғары бүләккә йәмғеһе 140 вуз студенты, 125 урта һөнәри белем биреү учреждениеһы уҡыусыһы, 55 аспирант һәм 15 докторант лайыҡ булған.

Илебеҙҙең иң яҡшы йәш китапханасылары Өфөлә эшләй – был хаҡта «Рәсәйҙең йәш китапханасылары ҡаҙаныштары һәм хыялдары – 2011» бөтә Рәсәй инновация проекттары конкурсы һөҙөмтәләре һөйләй. Башҡортостан исеменән сығыш яһаусылар «ҡаҙаныштар» номинацияһында иң яҡшылары тип таныл­ған. Йәштәрҙең интеллект-үҙәге – Өфөнөң 10-сы моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Екатерина Карташева һәм Ольга Глухова «Йәштәр планетаһы» интерактив журналы өсөн был номинацияла еңеүсе тип табылған.

Екатеринбургтың «Лукоморье Пикчерз» анимацион фильмдар студияһы Александр Пушкиндың «Руслан һәм Людмила» поэмаһына пролог буйынса ҡыҫҡа метражлы фильм өҫтөндә эшен тамамланы. «У лукоморья...» йәнһүрәте 25 телдә, шул иҫәптән башҡорт телендә донъя күрҙе. Уны башҡорт теленә тәржемә итеүҙә республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы һәм «Башҡортостан» киностудияһы ярҙам иткән.

Маарди ҡалаһында (Эстония) урындағы татар мәҙәниәте йәмғиәте «Сәк-сәк» байрамы үткәргән. Ул Балтик буйы илдәренең башҡорт һәм татар йәштәре араһындағы дуҫлыҡты нығытыу маҡсатында үткәрелгән. Байрам Балтик буйында ике йыл рәттән ойошторола: тәүгеһе Ригала (Латвия) булһа, киләһе йылда башҡорт һәм татар йәштәрен Литва үҙенә йыясаҡ.

Биш һәм унан да күберәк балаһы булған 60 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалдарына һәм хөрмәткә лайыҡ булды. Республикала ошондай 34 меңдән ашыу ғаилә бар, уларҙа 113 меңдән ашыу бала тәрбиәләнә. Бүләкләнгән әсәләрҙең күбеһе дәүләт ярҙамын һәм хәстәрлеген тойоп йәшәүен билдәләне.
Р. МӘХИЙӘНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға