«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ял көндәре буласаҡ



01.10.2011 Ял көндәре буласаҡ

РФ Юғары суды Башҡортостандағы мосолман байрамдары − ҡорбан байрамы һәм Ураҙа ғәйетен байрам көндәре булараҡ календарҙан алып ташлау тураһындағы ҡарарын туҡтатты.
БР Президенты Рөстәм Хәмитов та: «РФ Юғары судын, РФ суд производствоһы системаһын хөрмәт итеүемә ҡарамаҫтан, РФ Юғары судының дини байрамдарҙы ял көндәре булыуҙан туҡтатыу тураһындағы ҡарарын Башҡортостанда йәшәүсе ике миллиондан ашыу мосолман халҡының хоҡуҡтарын сикләү тип иҫәпләйем», − тип белдергәйне. Дүшәмбелә республика парламенты Юғары суд президиумына ғариза менән мөрәжәғәт итте.
6 ноябрҙә билдәләнәсәк ҡорбан байрамы Башҡортостанда, законға ярашлы, ял көнө. Быйыл ул йәкшәмбегә тура килгәс, дүшәмбе ял көнө тип иғлан ителә һәм республика халҡы 4 ноябрҙән 7-нә тиклем ял итәсәк.
Әйткәндәй, байрамдарға ҡағылышлы бәхәскә ҡарата парламентҡа, төбәктәрҙең халыҡ һәм тарихи традицияларға бәйле байрамдары булһа, федерация субъекттарына үҙ биләмәһендә өҫтәмә ял көндәре булдырыу хоҡуғын биреү тураһындағы закон проектын тәҡдим ителәсәк.
З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға