01.10.2011 Күп балалы ғаиләләргә – бушлай ер
28 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы Законға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған балаһы булған ғаиләләр, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләүсе граждандар шәхси йорт төҙөү өсөн бер тапҡыр бушлай ер алыу хоҡуғына эйә.
Закон буйынса, ҡала халҡына ошо ҡала янынан йәиһә уның менән сиктәш район биләмәләренән ер биреләсәк. Райондарҙа йәшәүсе күп балалы ғаиләләргә ер үҙ районынан бүленә. Ер участкаларының майҙаны – 8-ҙән 20 сутыйға тиклем. Ергә дәғүә итеүсе граждандарҙы иҫәпкә алыу бирелгән ғаризалар буйынса район-ҡала хакимиәттәре тарафынан алып барыла.
С. АМАНТАЕВА.