01.10.2011 «2012 йылда пенсионерҙарҙың йәшәү минимумы 5220 һум тәшкил итәсәк»
Башҡортостанда “Оло йәштәге кешеләрҙең йәшәү сифатын күтәреү” программаһы эшләй. Уның сиктәрендә ”2011 – 2013 йылдарҙа ололар өсөн халыҡ университеты” һәм “2012 – 2014 йылдарҙа БР граждандарының айырым категорияһына теш протезлау өсөн социаль ярҙам” маҡсатлы программалары әҙерләнгән.
– Ошо көндәрҙә хаҡлы ялдағылар һәи инвалидтар өсөн ”Социаль туризмды үҫтереү” программаһы эшләнде. Ғариза яҙып өлгөргәндәр ял итеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Путевкаларҙың һаны сикле. Уларҙың дөйөм хаҡының 30 процентын ғына түләргә кәрәк. Турҙар республика, ил һәм донъя буйынса, – тине БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Башҡортостанда 2200 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж. Әле уларҙың дүрт меңдән ашыуы дәүләт ярҙамы менән фатир һатып алған. Ленара Хәким ҡыҙы әйтеүенсә, бөгөн 408 оло кешенең ҡулында торлаҡ алыу өсөн сертификат бар. Уның күләме – 1 миллион 31 мең 400 һум.
– Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы әлеге көндә социаль поликлиникалар булдырыу менән шөғөлләнә. Үҙәктән алыҫ булған төбәктәргә махсус бригада – социаль, Пенсия фонды бүлеге хеҙмәткәрҙәре, юристар, психологтар һәм башҡа ведомстволар вәкилдәре ебәреләсәк. Улар урындағы халыҡтың һорауҙарына яуап бирәсәк, төрлө пособиелар өсөн документтар йыйыуҙа һ.б. ярҙам итәсәк. Быйыл уҡ был эште башлаясаҡбыҙ, – тип хәбәр итте министр.
Халыҡ-ара ололар көнө айҡанлы, республикала “Алтын ғүмер” проекты сиктәрендә бихисап сара үтәсәк. БР Хөкүмәте ҡарары менән, 90 йәште үткән граждандарға күстәнәстәр тапшырыласаҡ. Бының өсөн республика бюджетынан 7 миллион 11 мең һум аҡса бүленгән.
Баш ҡалабыҙҙа 1 – 2 октябрҙә “Өфө” универмагы” сауҙа комплексында һәм Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалында ололар юристарҙан, федераль һәм республика министрлыҡтары хеҙмәткәрҙәренән бушлай консультация аласаҡ. Шунда уҡ түләүһеҙ флюорография, ЭКГ үтергә, ҡан баҫымын үлсәтергә, бөҙрәханала булырға мөмкин. Ә “Уфанет” компанияһы белгестәре инәй-олатайҙарға интернет серен өйрәтәсәк. Бынан тыш, “Өфө” универмагы” сауҙа комплексы ике аҙна дауамында пенсионерҙарға 5 – 30 процент ташлама яһаясаҡ.