«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Мәләүез районында – «Берҙәм Рәсәй» көндәре



01.10.2011 Мәләүез районында – «Берҙәм Рәсәй» көндәре

Берҙәм Рәсәй көндәрен асыу тантанаһы Ергән ауылында үтте. Был көндә ауыл үҙенең 240 йыллыҡ юбилейын билдәләне.
Юбилей менән ҡотлап, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Кон­стан­тин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ән­үәр Мәхмүтов, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин ауыл мәҙәниәт йорто, мәктәп, балалар баҡсаһы, физкультура-һауыҡтырыу комплексы коллективтарына ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Ошонда уҡ «Бер­ҙәм Рәсәй» партияһы призына район велосипед уҙышына старт бирелде.
Рәсми делегация Михайловка ауылында Мәжит Ғафури исемендәге ҡошсолоҡ комплексының яңы цехын асыу тантанаһында ҡатнашты. Мәләүез ра­йонында ҡошсолоҡ комплексын асыу тураһында ҡарар 2007 йылда ҡабул ителә. Бында күркәләр үрсетелә. Әлеге көндә предприятиела 350 кеше эшләй. Әле иһә 114 ҡошҡа иҫәпләнгән дүртенсе майҙансыҡ асылды. 2012 йылда иһә тағы ла алты майҙансыҡты асыу күҙаллана. Был иһә барлығы меңдән ашыу кешене эш менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.
«Берҙәм Рәсәй» көндәренең төп саралары Мәләүез ҡалаһының үҙәк майҙанында булды. Милли мәҙәниәттәр фестивале, ауыл хужалығы тауар­ҙары йәрминкәһе меңләгән кешене үҙенә йыйҙы. Рәсми өлөшөндә иһә «Берҙәм Рәсәй»ҙәр Мәләүез ҡалаһы һәм районы ветерандарын, почетлы граждандарын, ғаилә юбилярҙарын һәм йәш ғаиләләрҙе тәбрикләне. Студенттар менән осрашыу, һаулыҡ һаҡлау, эшҡыуарлыҡты һәм туризмды үҫтереү буйынса «түңәрәк өҫтәл»дәр ҙә бик йәнле һәм эшлекле шарттарҙа барҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға