«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләһе үҙәккә ҡуйылды



01.10.2011 Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләһе үҙәккә ҡуйылды

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең төбәктәр үҫеше министры Виктор Басаргин етәкселегендә Волга буйы федераль округы инновация һәм инвестиция йәһәтенән үҫтереү буйынса Һарытауҙа үткән кәңәшмәлә ҡатнашты. Унда төбәктәргә инвесторҙарҙы йәлеп итеү, инвестиция проекттарын тормош­ҡа ашырыу өсөн иҡтисади климат булдырыу мәсьәләләре ҡаралды. Рәсәй төбәктәрендә транспорт инфраструктураһын камиллаштырыу мәсьәләләренә лә ҙур иғтибар бирелде.
Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округында Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты. Ул тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләренә арналды. Ултырышты Григорий Рапота алып барҙы. Совет ултырышында ҡатнашыусылар дөйөм экологик мөхиткә характеристика биреп, бөгөн тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләһе иң өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булыуын билдәләне. Сөнки үҫешеүсе сәнәғәт һәм ауыл хужалығы тәбиғәткә ҙур зыян килтерә. Айырыуса һауа һәм һыу ятҡылыҡтары ныҡ бысрана. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә закон, финанс, ойоштороу һәм методик тәьмин итеү йәһәтенән дә хәл ителмәгән мәсьә­ләләр күп. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар РФ Хөкүмәтенә, РФ Дәүләт Думаһына ғәмәлдәге закондың Бюджет кодексына үҙгәрештәр индереү, Волга буйы федераль округы башҡарма власының юғары органдары етәкселәренә сәнәғәт ҡалдыҡтарын эшкәртеүҙең маҡсатлы инвестиция программаларын, экологик мониторингтың төбәк системаларын ҡабул итеү тәҡдиме менән сыҡты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға