«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Президент менән күҙгә-күҙ ҡарашып



01.10.2011 Президент менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесенең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте. Республика етәксеһе менән осрашыуға Өфө, Мәләүез, Сибай, Салауат ҡалаларынан туғыҙ кеше килде.
Президент алдында улар көнүҙәк һәм мөһим мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Атап әйткәндә, Өфө ҡалаһындағы Затон баҙарын һаҡлап алып ҡалыу, Сибай ҡалаһында балалар художество мәктәбе өсөн яңы бина, Мәләүездә спорт комплексы төҙөү, Өфөнөң Калинин районындағы Максимовка ҡасабаһын төҙөкләндереү, Ишембай районында балыҡсылыҡты үҫтереү һ.б.
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостан­дың халыҡ артисткаһы Нәзифә ҡадирова ла ҡабул итеүгә яҙылғайны. Ул Президентҡа республикала мотоспортты үҫтереү буйынса үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе. Өфө ҡалаһындағы «Строитель» стадионын йәш уҙышсылар әҙерләү өсөн төп база итеп алып, уға Ғабдрахман ҡадиров исемен биреү тураһындағы үтенесен дә еткерҙе.
Инициатив төркөмдөң ҡушыуы буйынса килгән Фәнидә Швецова Өфө ҡалаһында Непейцев паркын тергеҙеү мәсьәләһен күтәрҙе. Уның әйтеүенсә, элек ул 100-ҙән ашыу һирәк осрай торған ағас үҫкән тәбиғәт оазисы булған.
– Өфө ҡалаһы – йәшеллек зонаһы. Уларҙы ҡала халҡының ялын ойоштороу өсөн киң файҙаланырға мөмкин. Әммә ҡала властары ниңәлер уларға иғтибар итмәй, – тип, Президент инициатив төркөмдөң мөрәжәғәтен Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Павел Качкаевҡа ебәрергә ҡушты һәм үҙе үк уны контролгә аласағын белдерҙе.
Калинин районының Максимовка ҡасабаһы халҡын юлдарҙың насар булыуы, урамдарҙың яҡтыртылмауы, ауыл хужалығы тауарҙары баҙарының булмауы, йәмәғәт транспортының етешмәүе кеүек йәшәү шарттарына бәйле мәсьәләләр борсой. Урындағы власть менән ике тиҫтә йыл әрепләшкәндән һуң улар Президентҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған. Республика башлығы, тейешле күрһәтмәләр биреп, Максимовка халҡына улар­ҙың нисек үтәлешен хәбәр итеп торорға ҡушты.
Халыҡ менән осрашыуын тамамлап, Рөстәм Зәки улы:
– Бөгөн беҙҙең төп проблемабыҙ – властың халыҡтан, халыҡтың властан ситләшеүе, – тине.
Президенттың Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡалаларында халыҡты ҡабул итеүе иһә − ошо араны ҡыҫ­ҡартыу­ҙың бер юлы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға