«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



04.10.2011 Донъя яңылыҡтары

Енәйәт асыҡлана

Донъя яңылыҡтарыБратск ҡалаһындағы мәктәптәр­ҙә дәрестәр туҡтатылған – был урман-парк зонаһында ҡоторған янғын менән бәйле.
Төтөндән сәсәгән ҡалалағы һауала ағыулы матдәләрҙең норманан ашыуы хаҡында быға тиклем үк хәбәр иткәйнеләр инде. Урман янғындарының туҡтамауы хәлде артабан да ҡатмарлаштыра. Тикшереүселәр билдәләүенсә, утты енәйәтселәр махсус рәүештә төрткән. Был – иҫбат ителгән факт. Әле тотош ҡаланы ғына түгел, илде аптыратҡан хәл буйынса 11 енәйәт эше асылған һәм 20 кеше ҡулға алынған. Тикшереү ваҡытында янғын алдынан урманға солярка һибеүҙәре асыҡланған.

Их, Дағстан...

Дағстандың Кизляр ҡалаһында тыныс, иркенләп кенә йәшәү мөмкин түгел – унда тағы ла бер машина бәләгә осраған.
Урындан бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, полицияның «Газель» машинаһына автомобилдә китеп барған террорсы килеп бәрелгән һәм ике машина ла шартлаған. Әлегә шартлау ваҡытында ике полицейскийҙың һәләк булыуы билдәле.
Кизляр ҡалаһы әленән-әле террорсыларҙан зыян күреп торған бәләле урындарҙың береһе булараҡ билдәләнә.

Грецияға аҡса кәрәк

Йәкшәмбе кисендә Греция етәкселеге илдең бюджет дефициты сиктәренә һыя алмауын рәсми рә­үеш­тә таныр­ға мәжбүр булды.
Әле Министр­ҙар Кабинеты, бюджетты ҡыҫҡартып, төрлө урындар­ҙан кредит алыу менән шөғөлләнә. Ил һуңғы бер нисә ай буйы бурыс көрсөгөнән сығырға маташа, дәүләт бурысын, пенсиялар, эш хаҡын түләү өсөн аҡса таба алмай йонсой.
Әле бында пенсияларҙы һәм эш хаҡын тағы ла ҡыҫҡартырға ҡарар иттеләр. Дәүләт хеҙмәткәрҙәренең байтағын эштәренән ваҡытлыса бушатып торҙолар.

Һалдаттар өшөй

Воронеж өлкәһендәге бер хәрби часта, һыуыҡ алдырып, госпиталгә эләккән һалдаттарҙың һаны бер меңгә етеп килә, тигән мәғлүмәт бар.
Шулай ҙа был фактты бер кем дә рәсми рәүештә раҫламай. Әммә, һалҡын тейҙереп, госпиталгә эләгеүселәрҙең ҡырҡа артыуын йәшерә алмайҙар.
Һалдаттарҙың күбеһе бронхит менән сирләй башлаған, ангина менән ауырыусылар ҙа етерлек. 97 һалдаттың пневмония менән сирләүе хаҡында шомло мәғлүмәт тә таралған.
Был часта быға тиклем дә ауырып үлеүсе һалдаттар булғанлығы билдәле. Шуға ла хәрби часть ҡаты күҙәтеү аҫтына алынған.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға