«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Юлдар яңыра



04.10.2011 Юлдар яңыра

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Рәсәй ҡалаларының яңы юлдары» тигән проекты сентябрҙән республиканың 20 ҡалаһында һәм ике район биләмәһендә бойом­ға ашырыла.
Әлеге проект өсөн республика бюджетынан өҫтәмә рәүештә 300 миллион һум аҡса бүленгән.
Бер нисә көн элек кенә проекттың эшсе төркөмө Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларына барып, төҙөкләндереү кәрәк булған ихата юлдарын тикшерҙе, халыҡ мөрәжәғәттәрен һәм тәҡдимдәрен теркәне. Стәрлетамаҡта, мәҫәлән, ремонт эштәрен башҡарыуға 57 миллион һум алынып, 76 мең квадрат метр майҙанда (был 200-ләп ихата) юлдарҙы яңыртыу күҙалланған. Бөгөн уның өстән бер өлөшө төҙөкләндерелгән дә инде. Ишембайҙа 80 ихата яңыртыласаҡ.

Әйткәндәй
Республикала партия көндәре лә дауам итеп, аҙна аҙағында сара Бәләбәйҙә һәм Дүртөйлөлә үтте. Бында бигерәк тә оло йәштәгеләр иғтибар үҙәгендә булды. Бәләбәйҙә 100 йәшен тултырған Иван Солдатовҡа «Берҙәм Рәсәй» исеменән үҙенсәлекле бүләк – самауыр тапшырылды.
Ә Дүртөйлөлә үткән сараларҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡатнашты. Ул Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһында район мәғариф хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙа булды.
Ололар көнө уңайынан тантаналы сара үтеп, ғаилә парҙары тәбрикләнде, йәштәр һәм балалар өсөн дә байрам ойошторолдо.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға