«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Балалар баҡсалары тәрбиәселәренең эш хаҡы арта!



04.10.2011 Балалар баҡсалары тәрбиәселәренең эш хаҡы арта!

БР Президенты Рөстәм Хәмитов балалар баҡсалары хеҙмәткәр­ҙәре тарафынан күптән көтөлгән «Мәктәпкәсә мәғарифтың төп белем биреү программаһын бойомға ашырыусы дәүләт һәм муниципаль мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең социаль яҡланғанлығын арттырыу буйынса саралар тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы.
Уға ярашлы, 1 октябрҙән мәктәпкәсә йәштәге балалар менән эшләүсе, төп эше буйынса мәғариф учреждениелары штатында торған тәрбиәселәрҙең, кесе тәрбиәселәрҙең, шулай уҡ балалар менән тәрбиә эшен алып барыусы, төп эше буйынса мәғариф учреждениеларында штатта тороусы, бер йәки ике төркөмлө мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары менән мөдирлек итеүселәрҙең эш хаҡына ай һайын өҫтәмә түләү күләме ике тапҡырға артасаҡ.
Бынан тыш, документҡа ярашлы, 1 октябрҙән төп эше буйынса мәғариф учреждениелары штатында тороусы башҡа педагогик хеҙмәткәр­ҙәрҙең эш хаҡына ай һайын 2 мең һум күләмендә өҫтәмә түләү билдәләнгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға