«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Табиптар ҙа алдашамы ни?



27.09.2011 Табиптар ҙа алдашамы ни?

Өфөнөң Калинин район суды стоматология клиникаһы табибының биш ҡырын эшен асыҡлаған.
Тикшереүҙәр һәм суд асыҡлауынса, теш протезы ҡуйыусы табип үҙ клиенттарының ҙур ғына суммалағы аҡсаһын (11 пациент уға 182 мең һум аҡса тапшырған) үҙләштергән: йәнәһе, был аҡсаны ул стоматологик материалдар алыуға тотонасаҡ.
Үҙ ғәйебен таныған табипты шартлы рәүештә ике йылға иркенән мәхрүм иткәндәр. Өҫтәүенә, ул аҡсаны хужаларына кире ҡайтарып бирәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға