27.09.2011 «СИБУР» компанияһы менән хеҙмәттәшлек киңәйәсәк
Рөстәм Хәмитовтың «СИБУР Холдинг» компанияһының директорҙар советы рәйесе Леонид Михельсон һәм «СИБУР» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Дмитрий Конов менән осрашыуы барышында республика Хөкүмәте һәм «СИБУР» араһында социаль-иҡтисади өлкәлә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
− Беҙ төбәккә эре стратегик партнерҙарҙы йәлеп итеү варианттары өҫтөндә эшләйбеҙ. Улар менән республиканың нефть һәм газ химияһы сәнәғәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән оҙайлы мөнәсәбәттәрҙе яйға һалып булыр ине. Бөгөнгө килешеү − ошо йүнәлештәге йәнә бер мөһим аҙым, − тине республика башлығы.