27.09.2011 Өс һөйләм менән
ҡыйғы районы муниципаль район советының 2011 йылдың 23 сентябрендәге ҡарарына ярашлы, район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Рафиҡ Харисов тәғәйенләнде. Ул 1957 йылда ҡыйғы районының Сирбай ауылында тыуған. 2009 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Үрге ҡыйғы ауылының 115-се һөнәрселек училищеһы директоры булып эшләй.
Башҡортостанда браконьерҙар тарафынан килтерелгән зыян 200 мең һум тәшкил иткән. Йыл башынан алып БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторҙары һунарсылыҡ ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 150 осрағын теркәгән. Браконьерҙар өс айыуҙы, 37 ҡабан сусҡаһын, 19 мышыны һәм биш боланды, шулай уҡ ҡиммәтле тиреле йәнлектәрҙе һәм ҡоштарҙы атып алған.
28 сентябрҙә Башҡорт дәүләт аграр университетының Йәштәр һарайында «Эшҡыуарлыҡта тәүге ынтылыш» тигән бизнес-семинар үтә. Уның маҡсаты – йәштәрҙе һөҙөмтәле бизнес-схемалар менән таныштырыу. Семинар әүҙем тормош алып барған, үҙҙәренең эшен асып, яҡшы аҡса эшләүҙе маҡсат итеп ҡуйған 16 – 27 йәшлектәргә тәғәйенләнгән.
24 сентябрҙә Өфө ҡалаһында үткән өмәлә 120 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Барлығы дүрт мең кубометрҙан ашыу сүп-сар йыйып, сығарып түгелде. Өмәлә ҡатнашыусылар туғыҙ млн квадрат метрға яҡын урам-юл селтәрен, 1 млн 300 квадрат метр урман һәм сквер майҙанын таҙартты.
«Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Юнир Кинйәбаевҡа Фәтҡулла Комиссаров исемендәге журналистар премияһы тапшырылды. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, һәләтле журналист Фәтҡулла Комиссаров исемендәге премия 2009 йылда Мәләүез районы муниципаль район советы тарафынан булдырыла. Тәүгеләрҙән булып был премияға 2010 йылда журналистика ветераны Михаил Пильнов лайыҡ була.
28 сентябрҙә Яңауыл районында Ғәйнан Әмириҙең 100 йыллығына арналған байрам саралары үтә. Яҙыусының тыуған ауылы Яңы Артауылға уның туғандары һәм яҡындары, республика парламенты, БР Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре саҡырылған. Юбилей саралары программаһында яҙыусының музейын ҡарау, мәктәп уҡыусылары менән осрашыу, уның ижадына арналған әҙәби-музыкаль кисә үткәреү ҡаралған.
Силәбе өлкәһенең Сосновка районында башҡорт шағиры һәм журналисы Ғәлимов Сәләмдең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләнеләр. Юбилей айҡанлы райондың бер нисә ауылында төрлө саралар үтте: төбәк-ара ижади конференция, башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһенә арналған «түңәрәк өҫтәл», хәтер кисәһе. Иң мөһим сараларҙың береһе Сосновка районы хакимиәте тарафынан булдырылған Ғәлимов Сәләм исемендәге тәүге премияны тапшырыу тантанаһы булды.
Республика буйынса уртаса эш хаҡы быйылғы йылдың ете айы эсендә 17426 һум тәшкил иткән. Былтырғы йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, ул 11,8 процентҡа артҡан. Әммә инфляцияны иҫәпкә алғанда, эш хаҡы 1,5 процентҡа ғына күтәрелгән.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.