«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Аҙна аптыратҡыстары



24.09.2011 Аҙна аптыратҡыстары

Мәктәптәр ябыла... Мәктәптәр асыла?!

Рәсәйҙә тиҙҙән мигранттарҙың балаларына махсус мәктәптәр асылыуы мөмкин икән.
Бында йәш күсеп килеүселәр рус телен, тарихын, йолаларын өйрәнәсәк. Был хаҡта илебеҙҙәге Бала хоҡуҡтары буйынса уполномоченныйы Павел Астахов белдергән. Европала һәм АҡШ-та ундай уҡыу учреждениелары бар, имеш. Эйе, Америка беҙгә һәр саҡ «өлгө».
Әйҙә, ябай ауылдарҙа ғәҙәти мәктәптәрҙе ябыуҙы дауам итегеҙ ҙә, тажик, үзбәк, ҡытайҙар өсөн тырышығыҙ. Астахов фекеренсә, ундай мәктәптәр айырыуса Мәскәүҙә кәрәк, бында кластарҙың яртыһында уҡыусылары русса белмәгән мәктәптәр барлығы билдәле.
Мәғарифты киләсәктә нимә көтөүе хаҡында уйлау ҙа хәүефле була башланы...

Билмән ашап… үлгән

Ниндәй генә ярыштар юҡ хәҙер! Украинала картуф билмәне ашап ярышҡандар.
Запорожье өлкәһенең Туҡмаҡ (Токмак) ҡалаһында булған ул хәл. ҡала көнөндә шундай ярыш ойошторорға кемдең башы еткәндер? Унда 77 йәшлек ҡарт еңеү яулаған... һәм урынында ауған. Оло кешенең организмы бер юлы шул сама ризыҡты эшкәртә алмаған.
Енәйәт эше ҡуҙғатылмаған, әлбиттә, был үлем бәхетһеҙ осраҡ булараҡ теркәлгән. Әле мәйет экспертизала. Конкурс өсөн аҙыҡ супермаркеттан алынған. Бәлки, тап шул сауҙа урыны ғәйепле булып та сығыр әле. Эшләп ярышыуҙар һәйбәтерәк шул барыбер...

Үҫмер балалар баҡсаһына бомба «һалған»

«Телефон террорсылары» тип йөрөтәләр хәҙер ундай балалар­ҙы. Үҫмерҙәр йыш ҡына мәктәптә йә балалар баҡсаһында бомба һалынғаны хаҡында хәбәр итә. Күңелендә уйын ғына булырлыҡ балалар ни сәбәп менән шундай юлға баралыр?
Бер нисә көн элек иртә менән Санкт-Петербург полицияһының дежур часына шылтыраталар. Бер бала, 43-сө балалар баҡсаһында бомба бар, ти. Операторҙың: «Ә һине табырҙар ҙа, ата-әсәйеңә яза бирерҙәр, тип ҡурҡмайһыңмы?» – тигән һорауына, көлөп: «Ю-юҡ», – тип яуаплай малай.
Тикшерә башлаһалар, бындай һанлы мәктәпкәсә учреждение ҡалала 13 (!), имеш. Оперативниктарға уларҙың һәр береһен тикшерергә тура килә, тик бер нәмә лә тапмайҙар. АТС та шылтыратыуҙың ҡайҙан икәнен теркәмәгән, шуға ғәйепле малай әлегә асыҡланмаған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға