«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк...



24.09.2011 Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк...

Татарстандың баш ҡалаһы ҡаҙанда Башҡортостан мәҙәниәте көндәре бара
Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк...
Яр Саллыла «КамАЗ» заводының производство цехтарында йөк машиналарының һәм автобустарҙың модель рәттәре, бронялы «Тайфун» йөк машинаһының техник характеристикаһы үҙе үк күп нимә тураһында һөйләй. Татарстандың был производствоһында автоматлаштырылған информацион системаның, атап әйткәндә, SAP индерелеүен Рөстәм Хәмитов беҙҙең өсөн үрнәк булып тороуын билдәләне. Был мәсьәләне тикшереү барышында төбәк-ара информацион үҙәк булдырыу мөмкинлеге лә ҡаралды.
Түбәнге Камалағы «ТАНЕКО» йәмғиәтенең нефть эшкәртеүсе һәм нефть-химия заводында делегация ЭЛОУ-АВТ7 ҡорамалының эше менән ҡыҙыҡһынды, төп оператор бинаһында булды. Төҙөлөш комплексы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Күршеләрҙең йылына 7 миллион тонна нефть эшкәртеүсе комплексында 18 төр продукция етештереләсәгенә бәйле һорауҙар күп булды.
Яр Саллыла төҙөлөш һәм ауыл хужалығы техникаһын етештереү юлға һалынған: берлектәге предприятие тракторҙар, комбайндар һәм тейәгестәр эшләп сығарасаҡ. Әлбиттә, беҙҙең төбәк башлығын заводтың етештереү күләме ҡыҙыҡһындырҙы: йылына 4 мең берәмеккә тиклем техника сығарыласаҡ. Төп проект ҡеүәтенә иһә 2015 йылда сығыу планлаштырыла.
Башҡортостан ҡунаҡтары ҡаҙан федераль университетының тарихы менән уның музейында танышты. Күрше республикалар Президенттары тарихта билдәлелек алған 7-се аудиторияла Лев Толстой, Владимир Ульянов-Ленин ултырып уҡыған партаға ултырып ҡараны. Студенттар менән аралашҡанда Рөстәм Хәмитов беҙҙең республика студенттарын (490 кеше), уҡып бөткәндән һуң, тыуған яҡҡа эшкә ҡайтырға саҡырҙы.
ҡаҙанда ике республиканың рәсми делегацияһының Президенттар ҡатнашлығындағы хөкүмәт-ара осрашыуы ла үтте. Бында ике республика араһындағы иҡтисад, социаль, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте уңышлы дауам итеү тураһындағы мәсьәлә тикшерелде. ТР Президенты Р. Миңлеханов үҙенең сығышында ике республиканың күп йәһәттән, әйтәйек, машина эшләү, авиация, ауыл хужалығы, нефть эшкәртеү, нефть химияһы, мәҙәниәт өлкәһендә оҡшашлыҡтары булыуын, был юҫыҡта уңышлы хеҙмәттәшлек итеүҙе билдәләне. БР Президенты Р. Хәмитов уның һүҙен ҡеүәтләне һәм артабан да ҡәрҙәшлек, туғанлыҡ, хеҙмәттәшлек ептәренең нығыясағына ышаныс белдерҙе.
Рөстәм Хәмитов менән Рөстәм Миңлеханов «Универсиада – 2013» объекттарын ҡарағандан һуң ҡаҙанда Башҡортостан мәҙәниәте көндәрен асыуҙа ла ҡатнашты. Улар башҡорттарҙың этнофольклор ауылының төп ҡунағына әйләнде.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры хоры һәм Милли симфоник оркестры оҙатыуында башҡорт халҡының «Буранбай» йыры менән республикабыҙҙың сәнғәт оҫталары концертын асып ебәрҙе.
Юғары ҡунаҡтар тамашасыларҙы байрам менән тәбрикләне, Башҡортостан менән Татарстандың арҙаҡлы артистарына дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Был кисте байрам урынында башҡорт һәм татар көйҙәре яңғырап торҙо.
Программа сиктәрендә Әлмәт ҡалаһында Салауат дәүләт драма театрының гастроле башланды. Артабан коллектив ҡаҙан ҡалаһына юлланасаҡ.
Беҙҙең артистарҙың гастроле көндәрендә Татарстанда билдәле башҡорт драматургы Нәжиб Асанбаевтың 90 йәшенә, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Олег Хановтың 60 йәшенә арналған тантаналар ҙа үтәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға