«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



24.09.2011 Өс һөйләм менән

«Башҡортостан Республи­каһының йыл уҡытыусыһы – 2011» титулына эйә булыусы Евгений Ромадов «Рәсәй йыл уҡытыусыһы – 2011» Бөтә Рәсәй конкурсында республиканың данын яҡлаясаҡ. Конкурс 24 сентябрҙә Тула ҡалаһында асыла. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 75 уҡытыусы ҡатнашасаҡ.

Йәш башҡорт режиссеры, Санкт-Петербург дәүләт кино һәм телевидение университеты студенты Айнур Асҡаровтың «Еңмеш» ҡыҫҡа метражлы фильмының уңышлы фестиваль тормошо дауам итә. Ошо көндәрҙә уның Германия ҡалаһында үтәсәк халыҡ-ара кинофестивалдең конкурс программаһына индерелеүе билдәле булды. 10 – 15 ноябрҙә Коттбус ҡалаһында үтәсәк фестивалдең приз фонды 70 мең евро тәшкил итә.

Башҡортостанда «Салауат эҙҙәре буйлап» тигән туристик маршрут әҙерләйҙәр. Туризм – республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә эшҡыуарлыҡтың иң перспективалы йүнәлештәренең береһе, ял итеүселәрҙе төйәгебеҙ тәбиғәтенең матурлығы ла, тарихи һәйкәлдәрҙең күплеге лә йәлеп итәсәк. Шуға күрә Салауат районында «Салауат эҙҙәре буйлап» туристик маршруты менән туристик үҙәк асыу иң отошлоһо буласаҡ, тип иҫәпләйҙәр БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында.

Өфө ҡалаһында тәүге тапҡыр Халыҡ-ара телдәр фестивале үтә. Уның ойоштороусылары – республикабыҙҙың Мәғариф министрлығы, ЮНЕСКО эштәре буйынса БР комитеты, Башҡорт дәүләт университеты. Фестиваль телдәр­ҙең төрлөлөгөн, үҙенсәлеген һәм ҡиммәтен күрһәтеүгә, сит телдәр­ҙе өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыуға һәм милли йолаларҙы, мәҙәни үҙенсәлектәрҙе һаҡлап алып ҡалыуға йүнәлтелгән.

1 октябрҙә Өфө ҡалаһының Спорт һарайы алдында башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеларының йәрминкәһе үтә. Баш ҡала халҡына республиканың 93 һөнәрселек училищеһы һәм лицейы үҙҙәре етештергән ауыл хужалығы һәм көнкүреш тауарҙарын тәҡдим итәсәк. Йәрминкә сиктәрендә «Бауырһаҡ» конкурсы ла ойошторола.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға