«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Торлаҡ-коммуналь фонд биш йылда яңыртыласаҡ



20.09.2011 Торлаҡ-коммуналь фонд биш йылда яңыртыласаҡ

БР Президенты Рөстәм Хәмитов «Сочи − 2011» Х халыҡ-ара инвестиция форумында хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда алдағы өс, уҙа барһа, биш йыл эсендә ремонт талап ителгән бөтә торлаҡ-коммуналь фонд төҙөкләндереләсәк.
Быға республиканың Һаҡлыҡ банкы, торлаҡ-коммуналь өлкәһендә реформаға булышлыҡ итеү фонды менән килешеү төҙөүе мөмкинлек бирә. Төҙөкләндереүгә 25 – 30 миллиард һум аҡса талап ителә, ошо юҫыҡта Һаҡлыҡ банкыһынан кредит алына. Был ресурстар менән идара итеү өсөн оператор компанияһы төҙөләсәк. Әйткәндәй, Башҡортостан ошондай эш башлаусы дүрт Рәсәй төбәге исемлегенә ингән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға