«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Бөрөлә йәшәү күпкә уңайлы буласаҡ



20.09.2011 Бөрөлә йәшәү күпкә уңайлы буласаҡ

Бөрөлә йәшәү күпкә уңайлы буласаҡ
Үткән ялда Бөрө халҡы ҡала көнөн билдәләне. Бында республика етәксеһе лә килеп, «Бөрө алмаһы» тигән бишенсе төбәк-ара фестивалде асыуҙа ҡатнашты.
Бер нисә йылдан ҡала үҙенең 350 йыллығын билдәләй. Ошо ваҡиға алдынан мөһим объекттар төҙөләсәк, яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Бөрөлә йәшәүе уңайлы булһын өсөн барыһы ла эшләнәсәк.
ҡалалағы байрамға килгәндә, «Оҫталар урамы» тигән халыҡ кәсептәре әйберҙәренән күргәҙмә-сауҙа ойошторолғайны, йәрминкәгә халыҡ эркелеп килде, балалар ижады фестивале, спорт саралары сағыу үтте.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк вәкилдәре ҡала көнөн үткәреүгә ҙур көс һалған. Байрам менән бер рәттән, бында партия көнө лә уҙғарылып, «Киләсәк ҡалаһы» исемле иҡтисад башланғыстары форумы ла ойошторолдо. Унда Бөрөнөң 2020 йылға тиклемге үҫеш концепцияһы күҙалланды, шулай уҡ Президент Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһының бәләкәй ҡалалары» тигән программаны эшләү тәҡдимен индерҙе. Ул Бәләбәй, Дүртөйлө, Ишембай, Яңауыл кеүек ҙур булмаған ҡалаларҙы артабан үҫтереүҙе күҙ уңында тота.
«Берҙәм Рәсәй» көндәре Асҡын районында ла үтте. Был партияның төп бурысы − халыҡты лайыҡлы киләсәк менән тәьмин итеү. Шуның өсөн илдә бихисап проект бойомға ашырыла. Асҡындағы балалар баҡсаһы, бассейн төҙөлөшөн, район юлдарын төҙөкләндереүҙе ошо иҫәпкә индерергә мөмкин.
Әйткәндәй, партияның маҡсатлы көндәре Иглин, ҡариҙел райондарында ла уҙғарылды. Иглинда, мәҫәлән, ошо сара сигендә алтын туйҙарын билдәләүселәр тәбрикләнде, яңы балалар баҡсаһы асылды. Урындағы «Йәш гвардия»сылар иһә йәшелләндереүгә тос өлөш индерҙе − улар тарафынан мең ярымдан ашыу төп ағас ултыртылды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға