«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Беҙҙең техника ҡунаҡтарҙы таң ҡалдырҙы



17.09.2011 Беҙҙең техника ҡунаҡтарҙы таң ҡалдырҙы

Беҙҙең техника ҡунаҡтарҙы таң ҡалдырҙы
X халыҡ-ара «Сочи – 2011» инвестиция форумына арнап, Сочи ҡалаһында ошо көндәрҙә асылған күргәҙмәлә Башҡортостандың Күмертау ҡалаһында «Ротор» тәжрибә-конструктор бюроһында эшләнгән ике урынлы яңы R-30 «Роторфлай» вертолеты сараға килгән ҡунаҡтарҙы таң ҡалдырҙы.
Был 490 килограмлыҡ һауа техникаһы беренсе тапҡыр 2005 йылда уҡ уңышлы һынау үткән булған. Шуныһы ғәжәп: ул 400 километрлыҡ араны өҫтәп заправкаламайынса үтә һәм 4500 метрға тиклем бейеклеккә сәғәтенә 15 литр ғына яғыулыҡ ҡулланып күтәрелә ала. Бындай техниканы патруль итеүҙә, ауыл хужалығы эштәрен башҡарыуҙа ҡулланырға мөмкин. Өҫтәүенә, вертолет ҡотҡарыусы парашют системаһы менән тәьмин ителгән. Ул ғына ла түгел, уға махсус автопилот ҡуйырға ла ниәтләйҙәр.
Сочиҙағы күргәҙмә экспозицияһында шулай уҡ республикабыҙҙың еңел авиация өлкәһендәге башҡа ҡаҙаныштары ла – шул уҡ «Ротор»ҙың R-20 «Птенец – 2» вертолеты, Күмертау авиация производствоһы предприятиеһының күп маҡсатлы һәм теләһә ниндәй һауа шарттарына ла яраҡ­лаштырыл­ған КА – 226Т вертолеты, Ита­лияның ICP компанияһы менән Өфөнөң «Кон­дор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең берлектәге эше – «Savano S» самолеты стенды, Нефтекама автозаводының «НефАЗ» – 52999 туристик, «НефАЗ» –5299 ҡала-ара һәм «НефАЗ» – 52998 ҡала автобусы урын алған.

Р. БАЙЫШЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға