17.09.2011 2012 йылда пенсия тағы артасаҡ
РФ Пенсия фонды башлығы Антон Дроздовтың һүҙҙәренсә, рәсәйҙәрҙең хеҙмәт пенсияһы 9,6 процентҡа күтәреләсәк. Был ғәмәл ике этапта – 1 февралдә һәм 1 апрелдә башҡарыласаҡ.
Социаль пенсиялар тағы ла күберәккә – 14,1 процентҡа артасаҡ.
Быйыл иһә хеҙмәт пенсиялары 1 февралдән 8,8 процентҡа индексацияланған. Бынан тыш, августа эшләүсе 13,5 миллион пенсионерҙың хеҙмәт пенсияһына төҙәтмәләр индерелде. Бөгөн ҡартлыҡ буйынса уртаса хеҙмәт пенсияһы күләме Рәсәйҙә – 8,8 мең, Башҡортостанда 8,3 мең һум тәшкил итә, ә 2012 йылда ул 9,6 мең һум буласаҡ. Ә уртаса социаль пенсия күләме 5771 һумға етәсәк.