17.09.2011 Һайлауға журналистар ҙа әҙерләнә
БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай йортонда республиканың дәүләт һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары етәкселәре өсөн кәңәшмә булды. Көн тәртибенә декабрҙә буласаҡ һайлауға әҙерлек һәм уны яҡтыртыу мәсьәләһе сығарылды. Кәңәшмәгә БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң мәғлүмәт сараларын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы вәкилдәре лә саҡырылды.
БР Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары һайлауҙы яҡтыртыуға бәйле норматив-хоҡуҡи материалдар менән таныштырҙы, редакцияларҙың яуаплылығы хаҡында һөйләне. Һәм, әлбиттә, ошо сәйәси сараларҙа, шулай уҡ референдумдарҙа хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймау тураһында ла һүҙ алып барылды. Был юҫыҡта журналистарҙың һайлау комиссиялары менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә тейешлегенә баҫым яһалды.